Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
26 Марта 2021, 16:37

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм ғаилә министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 30 апрель эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Беренсе байрам көнө – 1 май. Ул аҙнаның шәмбе көнөнә тура килә. Республика халҡы 2 һәм 3 май ҙа ял итә.

4-7 май – эш көндәре. Ял 8 майҙан башланып, 10 майға тиклем дауам итәсәк.
2021 йылда Ураҙа байрамы 13 майға тура килә. Кесе йома көнө ял итәсәкбеҙ, ә 12 май ҡыҫҡартылған эш көнө һанала.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
Читайте нас