Ҡурай
+4 °С
Ясно

Путин Сочиҙа Төнгө хоккей лигаһының гала-матчында ҡатнашты

Дәүләт башлығы уның өсөн бындай матчтарҙа традицион булған 11 һанлы ҡыҙыл свитерҙа боҙға сыҡты

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа “Большой” боҙ һарайында Төнгө хоккей лигаһының унынсы юбилей фестиваленең гала-матчында ҡатнашты. Дәүләт башлығы уның өсөн традицион булған 11 һаны аҫтында, ҡыҙыл свитерҙа боҙға сыҡты, тип хәбәр итте 10 майҙа ТАСС.
Иптәштәрсә матчта Путин үҙе уйнаған “Хоккей легендалары” һәм “Төнгө хоккей лигаһы йыйылма командаһы” командалары осрашты.
“Мин бөтәгеҙҙе лә әһәмиәтле юбилей — Төнгө хоккей лигаһының ун йыллығы менән ҡотлайым!”, — тип мөрәжәғәт итте Путин көйәрмәндәргә гала-матч башланыр алдынан. Ул лигала ҡатнашыусылар “тормоштарын яҡтыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, матурыраҡ, йөкмәткеле итә”, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренсә, спортсылар “миллионлаған башҡа кешеләргә өлгө күрһәтә” һәм “ғүмерҙәрен оҙайта, уны сифатлыраҡ итә”.
Президент донъя һәм Рәсәй хоккейы йондоҙҙарына күп миллионлы аудиторияға иҫәпләнгән был эштә ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ ҡунаҡтарҙың береһе — дүшәмбе көндө Сочиҙағы Бочаров Ручей резиденцияһында ике яҡлы осрашыуҙа ҡатнашҡан Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазелде сәләмләне.
Фото: Дмитрий Феоктистов/ТАСС
Читайте нас