Ҡурай
+4 °С
Облачно

Тәүге тапҡыр катерҙар парады үтте

Николо-Березовкала Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Николо-Березовкала Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр. Был уңайҙан тарихта тәүге тапҡыр Катерҙар парады үтте. Пермь, Удмуртия, Нефтекама ҡалаһынан һәм үҙебеҙҙең Николо-Березовканан унлаған ҙур һәм бәләкәй катерҙар рәт булып теҙелеп, Кама йылғаһынан йөҙҙө. Уларҙы ҡарарға яр буйына меңләгән кеше йыйылғайны. Ошонда уҡ байрамды асыу тантанаһы ойошторолдо, концерт булды, катерҙа йөрөргә мөмкин ине.
— Байрам программаһы алдан уйлау буйынса күпкә киңерәк ине. Антиквариат күргәҙмәләре, һатыу ойошторолорға тейеш ине. Әммә пандемия сәбәпле индерелгән сикләү саралары быларҙан баш тартырға мәжбүр итте. Шулай ҙа иң мөһиме — Катерҙар парады тормошҡа ашты. Уны үткәреү тураһында күптән хыяллана инек. Йылға флотилияһы көнөн ут күршеләребеҙ Пермь крайында ла, Удмуртияла ла ҙурлап үткәрәләр. Дөрөҫ, беҙҙә хәҙер йылға флотилияһы юҡ, ә бына йылғасылар етерлек. 1970-1980 йылдарҙа беҙҙең төбәктә флот бумы булды. Мәҫәлән, 1979 йылда Нефтекаманан ун егет Чайковский йылға училищеһына китһәк, 1980 йылда 15 кеше уҡырға инде. Беҙҙә катер тотоусылар ҙа байтаҡ, — тип һөйләне байрамды ойоштороусы, Нефтекама эшҡыуары һәм антиквары Альберт Харипов.
Ысынлап та, Катерҙар парады бик матур күренеш икән ул. Заманында Николо-Березовка Камала Башҡортостандың берҙән-бер пристане ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул юҡ. Йылға флоты хәҙерге заманда иҡтисади яҡтан отошло иҫәпләнмәй. Йөк ташыуға килгәндә лә, пассажирҙар йөрөтөүгә ҡағылғанда ла. Әммә ул туризм яғынан перспективалы. Шуға ла йылға флотын әле “һыҙып” ташламайбыҙ, ул тергеҙелер һәм халыҡҡа файҙа килтерер, тип ышанабыҙ.
Фёдор Бреднев фотолары.
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас