Ҡурай
+4 °С
Облачно

«Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!

Конкурста Краснокама районының Илестанбәт ауылы ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!«Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!
«Айыҡ ауыл» һеҙҙең тауышты көтә!

23 майҙа «Айыҡ ауыл» республика конкурсында һынау тотҡандар өсөн интернет аша тауыш биреү башланды. Быйыл унда төбәгебеҙҙең 54 районынан да ҡатнашалар. Онлайн тәртибендә йыйылған тауыштар конкурста артабан ҡатнашыу өсөн балл туплау мөмкинлеген бирә.

Ойоштороу комитеты ҡарары менән конкурстың положениеһына үҙгәрештәр индерелде, атап әйткәндә, ауыл халҡының иҫәбе буйынса категориялар пунктына. Ауылдар, унда йәшәгәндәр һанына ҡарап, дүрт категорияға бүленгән: эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй.

Тәүлек һайын һәр категорияла берәр тауыш бирергә мөмкин. Тәүҙә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында теркәлеү үтергә кәрәк. 

Тауыш биреү «Голс РБ» порталында ойошторолған: https://golos.bashkortostan.ru/polls/312/

2022 йылдың 1 июненең 23.59 сәғәтенә тиклем тауыш бирергә була. Шулай уҡ 31 майҙан алып асыҡ яҡлауҙар үтә, унда ҡатнашыусылар өҫтәмә баһа алыу мөмкинлегенә эйә. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ошо йылдың июнь аҙағында үтәсәк.

«Айыҡ ауыл-2021» проекты Башҡортостан Башлығының республика Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан алынған гранты иҫәбенә үткәрелә.

Конкурста Краснокама районының Илестанбәт ауылы ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас