

Райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында яҡташыбыҙ, билдәле рәссам Альфрет Мөбәрәкйәновтың “Илһам ҡайтауазы” исемле шәхси күргәҙмәһе эшләй. Төрлө жанр һәм стилдәрҙә башҡарылған картиналар тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителә.
Күргәҙмәлә яҡташыбыҙҙың портреттары, тәбиғәт пейзаждары, үткән быуат рәссамдары ижадының тарихи күсермәләре һ.б.урын алған. Әйткәндәй, Альфрет Мөбәрәкйәнов тыумышы менән Уралы ауылынан, шуға күрә уның күп кенә эштәре ата-бабалары тыуған еренә бағышланған.
Күргәҙмә асылған көндө музейҙа халыҡ күп булды. Оҫтаны ҡотларға туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм сәнғәт һөйөүселәр килгәйне. Рәссам үҙе һәм һүрәт төшөрөү менән мауығыуы тураһында ҡыҫҡаса һөйләне.
— Беҙ Нефтекамаға 1965 йылда күсенеп килдек. 1971-1975 йылдарҙа сәнғәт мәктәбендә уҡыным. Урта мәктәпте тамамлағас, Ленинград ҡалаһында И.Репин исемендәге сәнғәт училищеһына уҡырға инем ҡаранып, әммә конкурстан үтә алманым. Нефтекамаға ҡайтып, тыуған мәктәбемдә бер йыл рәсем уҡытыусыһы булып эшләнем, артабан армияла хеҙмәт иттем, эске эштәр органдарында эшләнем. Милицияла эшләһәм дә, һүрәт төшөрөүҙе бер ҡасан да ташламаным, ҡәләмем һәр ваҡыт үҙем менән булды, буш мәлдәремдә һүрәт төшөрҙөм. Етди һүрәт төшөрөүгә кире ҡайтасағымды һәр ваҡыт белдем. Һәм әүҙем ижади тормошом 40 йәшемдә, хаҡлы ялға сыҡҡас, башланды. Ҡатыным, ғаиләм, яҡындарым, дуҫтарым ижад итергә дәрт бирә, — тип һөйләне Альфрет Мөбәрәкйәнов.
Ә һуңғы һигеҙ йылды һүрәт төшөрөү йәһәтенән иң әүҙеме, тип атай ул. Был осорҙа эштәренең тематикаһы ла, стиле лә төрлөсә була. Оҫта әкренләп картиналарының ҙурлығын да арттыра башлай.
Рәссам үҙенең беренсе уҡытыусыһы һәм остазы, сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәжип Садиҡовты ла иҫенә төшөрҙө. Альфрет Нәфҡәт улы шулай уҡ үҙенең ижадына дуҫы һәм һынлы сәнғәт оҫтаһы Рәүеф Әхмәтгәрәевтың ҙур йоғонтоһон билдәләне.
Бала сағы үткән тыуған ауылы Уралыға айырым туҡталды. Хәтирәләр, ауыл урамдары, гүзәл тәбиғәте уның картиналарында айырым урын биләй. Тыуған ауылын картиналарында һүрәтләп, уның өсөн ғорурлығын йәшермәй, сөнки йәнтөйәге үҙенсәлекле, тәбиғәте иҫ киткес, кешеләре һәләтле. Ысынлап та, бәләкәй ауылдарҙан рәссамдар ҙа, гармунсылар ҙа, ғалимдар ҙа сыҡҡан.
Альфрет Нәфҡәт улы үҙен өйрәнеүсе рәссам булыуын, ә оҫталығы тағы ла ҙур эш һәм камиллаштыу талап итеүен билдәләй. Ә хеҙмәттәштәре иһә ҡотлауҙарында рәссамдың эштәре өлгөргәнлеген, күп яҡлы, тере булыуын, кеше күңеленең тәрәнлегенә ылыҡтырыуын әйтте. Һәм һәр тематикалағы эштәрҙе ҡыҙыҡлы тип атанылар, сөнки картиналарҙа рәссамдың ҡулы, уның ҡабатланмаҫ стиле һиҙелә.
Белешмә
Талантлы рәссам Альфрет Мөбәрәкйәнов — эске эштәр органдары ветераны. Уның милиция биографияһы 1980 йылда Новосибирск урта махсус милиция мәктәбен тамамлағандан һуң башлана. Уны Нефтекама ҡалаһы эске эштәр идаралығына социаль милекте урлауға ҡаршы көрәш бүлеге инспекторы вазифаһына тәғәйенләнләйҙәр. 1985-1990 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Свердловск юғары юридик мәктәбендә ситтән тороп белем ала.
1985-1991 йылдарҙа Краснокама район эске эштәр бүлегенең социаль милекте урлауға ҡаршы көрәш бүлегендә иҫкәртеү бүлеге начальнигы була. 1991 йылдан хеҙмәтен Нефтекама ҡалаһы эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлегендә дауам итә. 1998 йылда милиция майоры дәрәжәһендә отставкаға китә.
Әйткәндәй, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған стела дизайны Альфрет Нәфҡәт улы тарафынан эшләнгән.