Күптән түгел бында улар өсөн лифт ҡуйылды. Уны урынлаштырыу өсөн ҡала бюджетынан аҡса бүленде. Кәрәкле экспертизалар үткәс, лифт сафҡа индереләсәк.
Үткән йылда Ағиҙелгә Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» йәмәғәт фонды һуҡыр кешеләр өсөн «Шоудаун» өҫтәл теннисы ҡорамалы бирҙе. Унда ағиҙелдәр шөғөләнә башланы инде. Республика ярыштарына ла көс һынашты.
7 февралдә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рауил Ғаҙиев Нефтекаманан килгән һаңғырауҙар һәм һуҡырҙар йәмәғәттәре ағзалары өсөн уйын ҡағиҙәләрен аңлатып, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡунаҡҡа килгән һәр бер кеше өҫтәл теннисын уйнап ҡарай алды. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!