Ҡурай
+4 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
24 Декабря 2019, 06:10

Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙылып була

Республикала Берҙәм медицина порталының «К-Врачу» рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡушымта менән теркәлеүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының учет яҙмаһы логинын һәм паролен яҙырға кәрәк. Сервис аша үҙең нығытылған медицина учреждениеһын иҫәпкә алып табипҡа яҙылырға, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәғлүмәт менән танышырға була.

Шәхси кабинетта белгес табиптарҙың эш теҙмәһе менән танышырға; медицина учреждениеһы тураһында белешмә алырға; үҙең нығытылған дауахана, мотлаҡ страховкалау полисы буйынса мәғлүмәт; йәшәгән урын буйынса участок табибын табыу; электрон медицина картаһын ҡарау мөмкинлеген бирә. «Медицинская карта» бүлегендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып күрһәтелгән бар медицина хеҙмәттәрен һәм уларҙың хаҡын тикшерергә мөмкин.

Мобиль ҡушымтаны телефонға ҡуйыу өсөн itunes йәки Google play ҡулланығыҙ.
Читайте нас