Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙ – Бөйөк Еңеү йылъяҙмасылары» III асыҡ республика конкурсында «Шәжәрәне зауыҡлы эшләү» номинацияһында Яңауыл районы егете Илнар Низамов икенсе урын алды. Уның «Олатайҙарымдың тарихы. Үткәндәрҙе иҫкә алайыҡ» исемле эшенең ғилми етәксеһе - Светлана Хәшимова.