

Мәктәпкә яңы мебель, физика, биология, химия фәндәре буйынса һанлы лабораториялар, механика, мехатроника һәм робототехника өйрәнеү өсөн йыһаздар, модулле насадкалы робот-манипулятор алынды. Был үҙәктә кластан тыш дәрестәр үткәрелә, шулай уҡ балалар уҡытыусылары менән фәнни-ғәмәли конференцияларға, конкурс, олимпиадаларға әҙерләнә ала.
Үҙәктә “Химбиотик”, “Хайтек” программалары буйынса дәрестәр, “ХимикУм” “Генетика серҙәре”, “Мин – тикшереүсе” тип аталған түңәрәктәр үткәрелә.
Ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов һәм уҡыусыларҙы ошондай ҙур бүләк алыуҙары менән ҡотлап, уҡыуҙа һәм тикшеренеү эштәрендә уңыштар теләне.