

Мюзиклды 22 декабрҙән күрһәтә башланылар. Яңы йылға тиклем мюзикл көнөнә икешәр-өсәр тапҡыр тулы тамаша залы йыйҙы. Һуңғы тапҡыр мюзиклды 20 ғинуарҙа күрһәттеләр.
Сарала «Эльдородо», «Овация», «Йәшлек» ижади төркөмдәрҙә шөғөлләнгән 35 бала ҡатнашты. Улар менән Виктория Димитриева, Зөлфиә Уразаева, Резеда Муллағәлиева, Регина Хаматова етәкселек итте. Рәссам-костюмер Ксения Трегубова ижад иткән сағыу костюдар мюзиклдың айырым биҙәге булып торҙо. Музыкаль яҡтан Радик Әхмәткәләмов биҙәне, тамашаның режиссеры «Иҙел» мәҙәниәт йорто директоры Юнир Нуғаманов булды.