Ҡурай
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
4 Сентябрь 2023, 16:08

Ағиҙел рәссамдарының эштәре «Войлокфест» фестивале экспозицияһына инде

23 августа М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының «Ижад» күргәҙмәләр залында «Войлокфест» II республика асыҡ  кейеҙ фестивале асылды.

Ағиҙел рәссамдарының эштәре «Войлокфест» фестивале экспозицияһына инде
Ағиҙел рәссамдарының эштәре «Войлокфест» фестивале экспозицияһына инде

Фестивалдә Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан йәмғеһе бер нисә йөҙ автор ҡатнаша. Экспозицияға композициялар ғына түгел, өҫ кейеме һәм аксессуарҙар ҙа ингән. Күргәҙмәлә Ағиҙел Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеге уҡытыусыһы Олеся Сибәғәтованың уҡыусылары башҡрған  эштәре тәҡдим ителгән.

Улар араһында айырым урынды стилләштерелгән «Башҡорт кейеме» ҡатын-ҡыҙҙар костюмдары коллекцияһы биләй. Ул - Казак Алина, Кәзиханова Элина, Муллаева Ксения, Нурғәлиева Алина, Фәрхетдинова Эльвина һәм Фионина Викторияның  коллектив ижад емеше.  Күргәҙмәлә Ғәйҙуллина Аделинаның,  Димитриева Христинаның, Ефремова Анастасияның, Казак Алинаның һәм Саттарова Розалинаның паннолары ла тәҡдим ителгән. Шулай уҡ күргәҙмәлә Митрофанова Анна эшләгән «Этно» стилендәге түшелдерек ҡатнаша.

Күргәҙмә 24 сентябргә  тиклем дауам итәсәк.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас: