Ҡалтасы районында хәрби хеҙмәткәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, яҡташтарына ярҙам йөҙөнән хат яҙған ҡыҙыҡайҙы табып, уға рәхмәт әйткән. Алһыу исемле 5-се класс уҡыусыһы хатында һуғышсыға өйөнә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгән.
Уҡыусы был хатты махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам менән ебәрә. Өйгә ҡайтҡас, яугир Алһыу уҡыған мәктәпкә килгән һәм рәхмәт йөҙөнән уға сәскәләр бүләк иткән. Алһыуҙың изге һүҙҙәре уға иң ҡурҡыныс минуттарҙа ярҙам итеүен билдәләй ул. Уҡыусылар яҡташтарынан Украинала махсус операция зонаһында хеҙмәттең нисек үтеүе хаҡында һорай. Ул, үҙ сиратында, ғәҙел яуап биргән һәм балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләгән.
Фото: Ҡалтасы районының йәштәр эштәре буйынса комитеты.