Ҡурай
+4 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
24 Января 2024, 09:48

Краснокама районында ерле башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы иң популяры

Программалар һәм гранттар конкурстарында ҡатнашыуға документтар тапшырыу ваҡыты етә. Беҙҙә иң популяры – ерле башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы. Ул кертегәнән алып, һигеҙ йыл эсендә районда 86 миллион һумға 87 проект тормошҡа ашырылған, ошоноң 58 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән

Добавить в предпочтительные источники Google
Краснокама районында ерле башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы иң популярыКраснокама районында ерле башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы иң популяры
Краснокама районында ерле башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы иң популяры

Программалар һәм гранттар конкурстарында ҡатнашыуға документтар тапшырыу ваҡыты етә. Беҙҙә иң популяры – ерле башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы. Ул кертегәнән алып, һигеҙ йыл эсендә районда 86 миллион һумға 87 проект тормошҡа ашырылған, ошоноң 58 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан бүленгән.

2023 йылда бөтә ауыл биләмәләре дә конкурста ҡатнашты, әммә 12 миллион һумлыҡ 11 проект ҡына үтте, республика ҡаҙнаһынан йәлеп ителгән аҡса - 8,7 миллион һум. Курый биләмәһендә Еноктай аулында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск төҙөнөләр.

Шулай уҡ Яңы Нуғай ауылында ла аҡса обелиск төҙөүгә тотолҙо. Бирелә обелиск бик үҙенсәлекле булҙы – ул барлыҡ һуғыштар аты

рҙарына бағышланған һәм улар тураһында QRкод менән улыландырылған.

Яңы Ҡабан ауыл советы ППМИ ярҙамында Ҡуҙғау ауылы клубында бөтә тәҙрәләрҙе алмаштырып клубты ремонтланы.

Өс ауыл биләмәһе ППМИ аҡсаһына зыяраттарҙы кәртәләгән: Мүзәктә - Ишмәттә, Шушнурҙа - Түбән Такыяла, Яңы Йәнйегеттә - Иҫке Моштола, Раздольела - Кадректа. Никольск һәм Яңы Бура ауыл биләмәләрендә аҡсаны Апас һәм Иҫке Бура ауылдарында юлдарҙы ремонтлауға тотонҙолар. Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы мәктәп-интернатта һыу системаһына капиталь ремонт үткәрҙе. Һауыҙбаш ауылында йәмәғәт үҙәге ремонтланды.

Яңы конкурс 19 февралдән 19 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас