Ҡурай
+16 °С
Облачно

Ағиҙел спортсылары мас-рестлинг буйынса Рәсәй беренселеге призерҙары булды

17-20 апрелдә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчикта мас-рестлинг буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ярыштарҙа илдең 25 төбәгенән 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан йыйылмаһы 17 миҙал яуланы.

Ағиҙел спортсылары мас-рестлинг буйынса Рәсәй беренселеге призерҙары булдыАғиҙел спортсылары мас-рестлинг буйынса Рәсәй беренселеге призерҙары булды
Ағиҙел спортсылары мас-рестлинг буйынса Рәсәй беренселеге призерҙары булды

Ағиҙелдең Р.Уразбахтин исемен йөрөткән Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән  алты спортсы ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Вохидов Тимур һәм Тлеспаев Эмиль 16-17 йәш категорияһында ике көмөш миҙал яуланы һәм Рәсәй йыйылма командаһының төп составына инде. Хәҙер улар алдағы айҙарҙа үтәсәк донъя һәм Европа беренселегендә илебеҙ исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә. 

Команданың ҡалған ҡатнашыусылары: Арбузов Роман, Кудашева Ангелина, Нәбиев Артур, Шаймырҙин Камил, характер көсөн күрһәтеп, яҡшы көрәш күрһәттеләр.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас