Ҡурай
+4 °С
Ясно

Ағиҙелдә һуғышта ҡатнашыусы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды

14 майҙа Ағиҙелдә  мөһим ваҡиға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Зиянгирова Нафиса Мансур ҡыҙы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә һуғышта ҡатнашыусы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылдыАғиҙелдә һуғышта ҡатнашыусы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды
Ағиҙелдә һуғышта ҡатнашыусы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды

Таҡта Нафиса Мансур ҡыҙы 1998 йылдан 2012 йылға тиклем йәшәгән Йәштәр урамындағы 4-се йорт стенаһына ҡуйылды.

Таҡтаны асыу хоҡуғы был сараны спонсорлыҡ иткән  округ депутаты Әхтәмова Диана Альбертовнаға бирелде.

Ветерандың ҡыҙы Рина Сафиновна Шафеева асыу тантанаһын ойошторған һәм әсәһе тураһында хәтерҙе мәңгеләштергән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Беҙ Тыуған илебеҙ өсөн көрәшкәндәрҙе хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу-ул геройҙарыбыҙҙың батырлығына һәм ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтеү.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас