Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
7 Ноябрь 2018, 17:50

Беҙ октябрҙә тыуғанбыҙ, беҙ – октябрь балаһы, октябрҙә тыуғандарҙың Ленин була бабаһы...

Бөгөн Октябрь революцияһына - 101 йыл.

Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы – егерменсе быуат¬тың артабанғы тарихҡа йоғонто яһаусы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе.
1917 йылдың революцион рухтағы йыл булыуын беләбеҙ. Февраль революцияһында Нико¬лай Икенсе тәхетенән ҡолатыла ла Ваҡытлы хөкүмәт булдырыла. Был маҡсаттарға ирешелде тигән һүҙ түгел, шунлыҡтан митингылар, пикеттар, демонстрациялар дауам итә.
Иҫке стиль менән 25 – 26 октябр¬ҙә (яңыса 7 − 8 ноябрь) ҡораллы ихтилал ярҙамында Ваҡытлы хөкүмәт тә ҡолатылып, власҡа күпселеген большевиктар тәшкил иткән төркөм килә. Юлбашсы Владимир Лениндың оҙаҡ йылдар дауамында һәр бер милләттәшебеҙ телендә “Ленин бабай” булып йөрөүе лә яҡында ғына ҡалған тарихта.
Октябрь революцияһына төрлөсә баһа бирәләр. Берәүҙәр өсөн – граждандар һуғышына килтереүсе милли һәләкәт, икенселәргә − кешелек тарихында бөтә донъяға йоғонто яһаусы, капиталистик булмаған юлды һайлаусы ғәйәт әһәмиәтле ваҡиға.
Бөгөн беҙ бары тарих биттәрен байҡап, революцияның теге йәки был әһәмиәтен, йә кире яғын ғына билдәләй алабыҙ. Шулай ҙа әлеге өлкән быуын шул шауҡымда оҙаҡ ваҡыт яҡты йылдарға, коммунизмға барҙы, киләсәккә өмөтө ҙур булды. Был, һис шикһеҙ, хеҙмәт ҡаҙаныштарына ирешергә нигеҙ биргәндер.
Ирекһеҙҙән бөгөнгө эшһеҙлек кимәле үҫеүен, халыҡтың битарафлыҡҡа, өмөтһөҙлөккә бирелеүен, заман афәттәре – наркомания, эскелек, ришүәтселектең сәскә атыуын хафаланып иҫкә төшөрәһең.
Революцияның тәүге айҙарында совет власының башҡарған эштәре:
* Оппозиция гәзиттәренең күбе¬һе ябыла, эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенә ҡаршы эшләргә саҡырыусы баҫмалар тыйыла.
* Һигеҙ сәғәтлек эш көнө тура¬һында декрет ҡабул ителә.
* Рәсәй халыҡтарының тигеҙлеге, үҙбилдәләнешкә, үҙ аллы дәүләт төҙөүгә хоҡуғы, әҙселекте тәшкил иткән милләттәрҙең ирекле үҫеше тураһында декларацияға ҡул ҡуйыла.
* “Рәсәйҙең һәм Көнсығыштың бөтә мосолмандарына” тигән мөрәжәғәт менән барлыҡ милли һәм мәҙәни учреждениелар, мосолмандарҙың йолалары ирекле һәм тейелгеһеҙ тип иғлан ителә.
* Рәсәй әрмеһе ябайлаштырылып, ефрейторҙан алып генералға тиклем “революцион армия һалдаты” тигән абруйлы исем йөрөткән әрме булыуын күҙ уңында тотоусы “Бөтөн хәрбиҙәрҙең хоҡуҡтарын тигеҙләү тураһында” декрет баҫыла.
Читайте нас: