Быйыл конкурста һигеҙ йорт ҡатнашты. Ҡар һындары «скульпторҙары» һәм «ҡар-боҙ ландшафты» дизайнерҙары араһында йыл һайын ҡатнашыусылар ҙа, беренсе тапҡыр көс һынағандар ҙа булды.
Пионер микрорайонында конкурста ике йорт ҡатнашты: Беренсе төҙөүселәр урамындағы 12-се һәм 10-сы һанлы йорттар. Ике йорт та Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һынын эшләгән, шыршы биҙәгән, 10-сы йорт алдында мейес алдында Колобок та «бешеп» етешкән.
Академик Курчатов урамындағы 1/11-се һанлы йорт алдында йәнһүрәт геройҙары – Смешариктар түңәрәк өҫтәл артында сәй эсергә ултырған, уларҙан йыраҡ түгел колоритлы ир ат егеп китеп бара.
Шул уҡ урамдың 16-сы йорто ихатаһында балалар өсөн штаб барлыҡҡа килгән, уны бейек кенә Ҡомаҡ һаҡлай. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу композицияны тулыландырып тора, балалар майҙансығы бөтә килеш флагтар һәм гирляндалар менән уратып алынған.
Тыныслыҡ урамындағы 22-се йорт алдында ысын “Башҡорт ихатаһы” барлыҡҡа килгән: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы башҡорт милли кейемдәрен кейгән ҡурайсы менән бейеүсе ҡыҙ ҡаршылай. Ә йыл символы Сысҡан шыршы аҫтында тик ултырмай, ул теләктәр быймаһын тотҡан: теләгән кеше быйманан теләк йәки юрау яҙылған ҡағыҙ битен тартып алала.
Шул уҡ урамдың 12-се һанлы йорт алдына ла бик күп скульптуралар барлыҡҡа килгән, иң ҡыҙығы – сысҡандар ашаған сыр киҫәге һәм өс башлы дракон. Был йорт алдында йәш ата-әсәләр балалары өсөн кескәй генә һырғалаҡ та эшләп ҡуйған.
Йәштәр урамындағы һәм Тыныслыҡ урамындағы бер төрлө һанлы – 4-се йорттар ҙа шулай уҡ Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындарын эшләргә ашыҡҡан.
Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса беренсе урынды Тыныслыҡ урамындағы 22-се һәм 12-се йорттарға бирелде. Икенсе урында – Академик Курчатов урамындағы 1/11-се һәм Тыныслыҡ урамындағы 4-се йорттар. Өсөнсө урынды Академик Курчатов урамындағы 16-сы йорт һәм Беренсе төҙөүселәр урамындағы 10-сы йорт. Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар һәм бүләк сертификаттары менән бүләкләнде. Призлы урын яулай алмаған йорттар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.