Был датаға арнап Тәтешле үҙәк китапханаһында «Юбилейҙарға арнап» тигән матур сара уҙғарылды. Журналдың тәүге бите «Бөйөк халҡыбыҙҙың бөйөк Еңеүе» тип аталды һәм Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Китапханасылар яҡташтарыбыҙ иңенә төшкән ауырлыҡтар, һалдаттарыбыҙҙың яу яланындағы батырлыҡтары тураһында бәйән итте. «Тирә-яғыбыҙға нур өҫтәйек» бите асылғас, әңгәмә тәбиғәтте һаҡлау, йәшәгән еребеҙҙе матурлау тураһында барҙы. «Таныш һәм таныш булмаған ерем» тип аталған һуңғы бит тыуған төбәгебеҙгә арналды. Ветеран уҡытыусы Неля Лоҡманова район тарихына байҡау яһаны. Китапхананың туғры дуҫтары Вадим һәм Зөһрә Шәйхлисламовтар «Тәтешле. Сәйәхәт: йылдар аша ҡараш» тигән проекты менән таныштырҙы, төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фоторәсемдәрҙе күрһәтте. Урындағы шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, саҡырылған ҡунаҡтар хәтирәләре менән уртаҡлашты.