Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
9 Октябрь 2020, 22:40

Тәтешлеләр республика көнөн байрам итте

Бөгөн Үрге Тәтешле ауылының мәҙәниәт һарайы ҡаршындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы концерт үтте.

Сараға килгән почетлы ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһы башлығы вәкиле Алексей Гусев БР Хөкүмәтенең почет грамоталарын тапшырҙы. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тәтешлеләргә йылы теләктәрен еткерҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм коллективтары тарафынан әҙерләнгән ҙур концерт бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был көндө шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Унда район биләмәләрендә йәшәүселәр, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр ҡатнашты. Иҫтәлекле көн байрам концерты һәм салют менән тамамланды.
Читайте нас: