Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
12 Октябрь 2020, 21:22

Ағиҙелдә шәжәрә байрамы үтте

Йола буйынса Республика көнө алдынан Ағиҙелдә йыл һайын шәжәрә байрамы үтә. Быйыл ағиҙелдәрҙе үҙ шәжәрәләре менән Ямаловтар ғаиләһе таныштырҙы.

Ямаловтар 11 быуын теҙмәһен төҙөй алған. Бының өсөн улар архив документтарын өйрәнгән.
Бына ул шәжәрә: Рамай, Рахманҡул (1747) Мөхәммәтрәхим (1765), Дәүләтбай (1788), Ғималетдин (1811), Камалетдин (1830), Ямалетдин (1861), Заһит (1901), Йәнвәрис (1934), Рәмил (1972) һәм уның өс ҡыҙы. 19 быуатта Ямаловтарҙың бабалары бай йәшәгән, ике ҡатлы йорттары булған, аҙыҡ-түлек кибетен тотҡандар, мал аҫрағандар, умарта тотҡандар, иген үҫтергәндәр. Советтар власы осоронда йәшәгән бабалары коммунист булған, колхоз рәйесе вазифаһын башҡарған. Йәнвәрис бабай шахтер һөнәрен үҙләштергән, ғүмеренең һуңғы йылдарын тыуған Борай районында үткәргән.
2014 йылда Камалетдин ырыуы вәкилдәре Борай районында осрашып, ҙур шәжәрә байрамы үткәргән. 120 кеше өсөн 60 мертлыҡ табын ҡороп, матур итеп байрам иткәндәр.
Ағиҙелдә йәшәгән Ямаловтар ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫеп килә: Камилла, Әлиә һәм Алһыу. Ғаилә башлығы Рәмил МЧС системаһында янғын һүндереүсе булып эшләй, әсәләре Илиза «Ағиҙел” спорт-ял итеү үҙәгендә белгес булып эшләй.
Читайте нас: