Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
12 Декабрь 2020, 14:09

Бүләккә – йыр

Кисә, 11 декабрҙә, «Огни Агидели» гәзите редакцияһына милли кейемдәр кейгән өс ҡыҙыҡай килеп керҙе. Улар менән бергә – баян тотҡан Фәнисә апай Семенушкина. Баҡһаң, «Ынйылар» ансамбле беҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы һәм Башҡорт теле көнө менән ҡотларға килгән икән!

Матур теләктәр әйтеп, ҡыҙҙар беҙгә шаян «Косилка-молотилка» йырын бүләк итте. Беҙ ҡыҙҙарға коридорға сығып йырларға тәҡдим иттек, беҙҙең коллектив ҡына түгел, этажда эшләгән ҡала хәкимиәте хеҙмәткәрҙәре лә күрһен тип.
Матур сығыштан һуң йәш йырсыларҙы редакция эше менән таныштырҙыҡ, һорауҙарға яуап бирҙек. Мәрйәм Ғарипова, Нәргиз Шәрифбекова һәм Зәлиә Дәүләтова 2-се һанлы мәктәптең 4Б класында уҡыйҙар икән. Уҡытыусылары Ғамилә Мәүлимйән ҡыҙы Харасова уларҙы матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәткән.
Әйткәндәй, Фәнисә апай Семенушкина «Савитар» балаларға өҫтәмә белем биреү үҙгендә күп йылдар эшләй, балаларҙа татар һәм башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала. Ул етәкләгән ансамбль сығышы ҡалала үткән бихисап мәҙәни сараларын биҙәй. Редакцияға ла уның тәрбиәселәре йыл һайын килә. Рәхмәт, Фәнисә Мәснәүи ҡыҙы, афарин, ҡыҙҙар!
Читайте нас: