Ҡурай
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
17 Ғинуар 2021, 00:45

Радик Юлъяҡшинды никахы менән ҡотлайбыҙ!

Ниһайәт, күптәр көткән ваҡиға булды: бөгөн Ҡазан ҡалаһында Радик Юлъяҡшин һөйгән ҡыҙы Инзилә Фәтхетдинова менән никах уҡытҡан.

Йәштәр үҙҙәренең бәхетле миҙгелен һүрәтләгән фотоларҙы Инстаграм сәхифәһенә ҡуйған. Уларҙы "Ул тәҡдим яһаны", "Ул ризалашты" кеүек яҙыуҙар биҙәй.
Күп ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған Элвин Грейҙың һөйгән йәре - "Татар ҡыҙы" конкурсында ҡатнашҡан 21 йәшлек Ижевск һылыуы Инзилә Фәтхетдинова. Йәштәр күптән осрашып йөрөгән.
Никахлашҡан йәш парҙы беҙ ҙә иҫтәлекле көндәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, бәхетле ғаилә тормошо теләйбеҙ.
Фото: Инстаграм.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Radik-Yulya-shindi-nikahi-men-n-otlaybi-636147/
Читайте нас: