Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
14 Март 2021, 20:35

Байрам йыраҡ ауылдарға ла барып етте

Тәтешлелә ҡышты оҙатыу йолаһын автоклуб ярҙамында билдәләп үттеләр.

Тәтешле районында ҡышты оҙатыуға бағышланған саралар уҙҙы. “Мәҙәниәт” проекты сиктәрендә һатып алынған автоклубты ҡулланыу быйылғы сараларҙың үҙенсәлеге булды. Тәгәрмәсле мобиль клуб ярҙамында байрам йыраҡ ауылдарға ла барып етте.

Ошо көндәрҙә Вязовка ауылында бай программалы Кышты оҙатыу сараһы булды. Ул Тәтешле районының Вязовка ауылы мәҙәниәт йорто һәм биләмә-ара мәҙәни-ял үҙәге хезмәткәрҙәре тарафынан әзерләнгән ине. Ойоштороусылар барлыҡ ауыл халҡын конкурс-уйындарҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Күңелле үтте байрам.

Читайте нас: