Ҡурай
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
6 Апрель 2021, 22:10

Шағир-мәғрифәтсе Ғәрифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл

4 апрельдә шағир-мәғрифәтсе Ғәрифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулды. Тәтешле районының Соҡор ауылында - хәҙрәттең тыуған ерендә - ошо датаға бағышланған сара булып үтте.

Музей-мәсет етәксеһе Бәхтегәрәй Әрмәншин сара ҡунаҡтарын Ғәрифулла хәҙрәттең тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәетбатталов та был шәхестең иҗади ҡомартҡыһын бик юғары баһаланы.
Сарала шулай уҡ виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов, сәсәниә Ғәлиә Мортазина һәм башҡа дәрәжәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Югары рухта уҙҙы сара, күңелдәргә нур һәм иман орлоҡтары һалып үтте.
Читайте нас: