Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
15 Апрель 2021, 20:20

Ағиҙелдә Башҡорт тарихы йылына бағышланған тантаналы сара үтте

13 апрелдә «Ағиҙел» спорт-ял үҙәгендә Башҡорт тарихы йылына бағышланған тантаналы сара үтте. Унда уҡтан атыу буйынса өс тапҡыр Европа чемпионы, «Мәргән уҡсы» хәрәкәтенең етәксеһе Юлай Ғәлуллин, журналист, продюсер, тарихсы, дәүләт премиялары лауреаты Салауат Хәмиҙуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе, Гәрәй ырыуы башлығы Радик Бәхтиев ҡатнашты.

Спорт-ял үҙәге фойеһында тематик күргәҙмә ойошторолғайны. Унда башҡорт халҡының традицион биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, кейеҙ кейәмдәр, шәжәрәләр, тематик китаптар бар ине.
Юлай Ғәлуллин уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ класы үткәгәндән һуң, сарала ҡатнашыусылар концерт залына юл алды. Унда саҡырылған ҡунаҡтар докладтар менән сығыш яһаны. Сараны музыкаль номерҙар менән Иршат Ҡарасурин һәм «Йәшлек» бейеү ансамбле биҙәне.
Читайте нас: