Ағымдағы йылдың 25 июнендә Яңауыл үҙәге ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеү нөктәһенә әүерелде. Бирелә “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” йәмәғәт киңлектәре системаһы проектын тормошҡа ашырыу барышы презентацияһы үтте. Был оҙонлоғо һәм киңлеге буйынса ҡала биләмәләренең иң күләмлеһе, моғайын. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә ҙур эш башҡарылды. Төҙөкләндереү эштәре Яңауылдың бер юлы өс төп майҙаны — шыршы, баҙар, вокзал — һәм бер нисә урамды үҙ эсенә алғайны. Йәшел матурҡайҙан тыш шыршы майҙанын күп кенә функциональ зоналар һәм төҙөкләндереү элементтары: күҙәтеү майҙансығы, скалодром, балалар өсөн уйын зонаһы, амфитеатр, эскәмйәләр һәм ял утрауҙары биҙәне, матур сәхнә, оҫтаханалар барлыҡҡа килде. “Яңауыл көндән-көн матурлана бара. Беҙ балалар менән бергә тирә-йүндең яҡты, зауыҡлы һәм уңайлы булыуына шатланабыҙ. Ял итергә, уйнарға, бер-берең менән аралашырға урын бар”, — тип кисерештәре менән уртаҡлашты Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Эльза Имаева.
Проекттың барлыҡ концепцияһы берҙәм дизайн-кодта эшләнгән. Бөтә маршрут буйлап брусчатка һәм тротуар плиткәһе йәйелгән, бордюрҙар, яҡтыртҡыстар, төрлө арт-объекттар урынлаштырылған, перголалар һәм йәшел үҫентеләр тәртипкә килтерелгән.