21 йәшлек Михал Овечкович Фольклориадаға Хорватиянан килгән, ул «Бушовец» ансамблендә сығыш яһай – ҡулдан яһалған һорнайҙа уйнай. Егет бала саҡтан ҡулдан эшләнгән музыка ҡоралдары менән мауыға, был шөғөлө уға атаһынан күскән.
Шаршамбы уларҙың коллективы Яңауылда сығыш яһаған һәм егет унда тәүге тапҡыр ҡурай моңон ишеткән. Музыкант таң ҡалған һәм буш ваҡыты булғас та ойоштороусыларҙан уйын ҡоралын күрһәтеүҙәрен, унда уйнарға өйрәтеүҙәрен һораған. Михалға ҡурай һәм остаз тиҙ табылған – Яңауылдың «Хаят» халыҡ театры режиссёры теләк белдергән. Беренсе тапҡырҙан барыһы ла килеп сыҡмаған, ләкин оҫта үҙенең уҡыусыһын «өмөтлө» тип баһалаған.