Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
30 Ноябрь 2022, 12:20

Радий Хәбиров Краснокама районынан ҙур ғаилә тураһында һөйләне

Дербеневтар-Малиҡовтар ғаиләһе - күп милләтле. 

Радий Хәбиров Краснокама районынан ҙур ғаилә тураһында һөйләне
Радий Хәбиров Краснокама районынан ҙур ғаилә тураһында һөйләне

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең «ЖЗЛ-Башҡортостан» традицион рубрикаһында Краснокама районынан күп балалы Дербеневтар - Малиҡовтар ғаиләһе хаҡында һөйләне.

«Гольсирин Дербенева һәм Аис Малиҡов 40 бала өсөн атай-әсәй булған. Был ғаилә барлыҡҡа килгәндә, һәр береһенең тәүге никахтарынан өсәр балаһы булған. Һуңынан улар биш баланы, артабан тағы ла 29 баланы уллыҡҡа ала. Был ғаилә - республикабыҙҙа иң ҙур ғаиләләрҙең береһе», - тип хәбәр итте Радий Хәбиров телеграм-каналда. 

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Гольсирин Фәйзулла ҡыҙы - йорт усағын һаҡлаусы. Ул йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдыра, өйҙәгеләрҙе йылылыҡ һәм хәстәрлек менән уратып алған.

Ғаилә башлығы Аис Нәзиф улы ҙур ғаилә өсөн иркен йорт төҙөгән. Улар балалар менән бергә умартасылыҡ, ағас эше менән шөғөлләнә, мал аҫрай.

Дербеневтар - Малиҡовтар ғаиләһе - күп милләтле. Унда башҡорт, татар, рус, мари, сыуаш милләтенән булған балалар тәрбиәләнә.

Автор:
Читайте нас: