Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрам шаңдауы
15 Март 2023, 13:40

Удмуртса Масленица

Ҡалтасы районының Оло Туғанай ауылында Төбәк-ара удмурт мәҙәниәте фестивале үтте.

Удмуртса Масленица
Удмуртса Масленица

Икенсе йыл рәттән Оло Туғанай ауылы халҡы үҙендә республикабыҙҙың һәм күрше төбәктәрҙең удмурт ауылдарынан үҙешмәкәр ижади коллективтарҙы йыйҙы. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә үтте.

Яҙ килеүен беҙҙең төбәктә бөтә халыҡтар ҙа билдәләгән. Башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа байрам «Науруз», рустарҙа - «Масленица», мариҙарҙа - «Уярня», ә удмурттарҙа «Вой келян» тип атала. Рус теленә тәржемә иткәндә «Вой келян» «Проводы масленицы» тигәнде аңлата.

Концерт программаһы башланыр алдынан ауыл аҡһаҡалы Геннадий Миңгәрәев ярҙамсылары менән доға ҡылдылар, Инмарҙан (удмурт Аллаһы) сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүен генә түгел, ә балаларҙың һаулығы, яҡшы икмәк уңышы, халыҡтың именлеге һәм Украинала тыныслыҡ тураһында һораны...

Үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштарынан тамашасылар удмурт халҡының йыр һәм бейеү мәҙәниәтенең ни тиклем бай һәм төрлө булыуына инанды, милли кейемдәрҙең төрлөлөгөн күрҙе.

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда яңы бешкән ҡоймаҡ менән һыйланылар. Уны ошонда уҡ, байрам майҙанында бешерҙеләр. Ҡоймаҡҡа ауыл ҡатығы, ҡайнатылған һөт һәм бешкән ыуыҙ бирҙеләр. Өс ҙур ҡаҙанда ауыл ашнаҡсылары ҡунаҡтар өсөн ҡаҙ һурпаһында дөгөнән бутҡа бешерҙе. Һәм унда ҙур булмаған киҫәктәрҙә ҡаҙ итен турап һалдылар. Өҫтәүенә, Оло Туғанай халҡы ҡунаҡтарҙы ауыл билмәндәре менән һыйланы. Ике меңдән ашыу билмәнде ауыл ҡатын-ҡыҙҙары байрамға әҙерләгән.

Фестиваль сиктәрендә башҡорттарҙың «Бәйге» уйындары үтте. Командалар уҡ атыуҙа, арҡан тартышыуҙа, суҡмар ырғытыуҙа көс һынашты. Бәйгенең күңелле этабы эстафеталар булды, унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең етеҙлеген һәм өлгөрлөгөн күрһәтте.

 

Сығанаҡ: Калтасинская Заря

Автор:
Читайте нас: