Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 14:05

«Ағиҙел» Юнеско клубы ағзалары 2300 батарейка йыйған

Быйыл барлыҡҡа килгән «Ағиҙел» Юнеско клубы ағзалары башҡорт гимназияһында үткән экология аҙналығы сиктәрендә ғәмәлдән сыҡҡан батарейкаларҙы йыйҙылар. Барлығы 2300 батарейканы үтилләштереү өсөн махсус тартмаға һалдылар.

Уҡыусылар батарейка йыйып ҡына ҡалманы, фәнни-тикшеренеү, эҙләнеү эшен дә башҡарҙы. Баҡһаң, ергә ташланған бер бөртөк батарейка 20 квадрат метр ерҙе ауыр металл менән зарарларға мөмкин икән. Тимәк, уҡыусылар 4600 квадрат метр ерҙе зарарланыуҙан ҡотҡарған!
Иҫәпләү ысулы менән шуны ла асыҡлағандар: ауыр металл менән зарарланған 20 квадрат метр ерҙә ике ағасҡа үҫергә мөмкинлек юғала, тупраҡты уңдырышлы итә торған бер нисә мең селәүсен йәшәй алмай, бер нисә терпе һәм һуҡыр сысҡан ғаиләһенә урын булмай.
Хәҙерге заманда тормошто батарейкаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, улар беҙҙең ҙур ярҙамсылар. Гимназия уҡыусылары ошо кескәй ярҙамсыларҙы, ғәмәлдән сыҡҡас, дөрөҫ үтилләштерергә өндәй.
Читайте нас: