Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 14:30

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов краснокамаларҙы ҡабул итте

Депутатҡа алты кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Депутатҡа алты кеше төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Ике кеше пенсиялары аҙ булыуына зарланды.
Күп балала әсә өсөнсө балаһы өсөн ер участкаһы алыуҙа булышлыҡ күрһәтеүҙәрен һораны.
Николо-Березовка ауылының Монтажсылар урамының 8-се һанлы йортонда йәшәүселәр йорттарының авария хәлендә булыуына борсола. Улар был йортта йәшәүе ҡурҡыныс, тиҙәр. Уны авария хәлендә тип танырға кәрәк, уның өсөн экспертиза үтергә кәрәк.
Булат Йомаҙилов, ҡабул итеүгә йомғаҡ яһап, мөрәжәғәттәрҙең барыһы ла яҙма рәүештә булырға тейеш, уларҙы ентекләп өйрәнгәндән һуң, мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһенә айырым яуап биреләсәк, тине.
Читайте нас: