Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2019, 15:45

Бәхетлеләр быҙау ота

Матбуғат баҫмаларына 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу осоро тамамланып килә. Был кампанияны әүҙемләштереү маҡсатында редакцияларҙа ниндәй генә акциялар уйлап сығарылмай ҙа, ниндәй генә саралар уҙғарылмай.

Бына беҙ ҙә, Тәтешле мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре, быйыл гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында күләмле акция ойошторҙоҡ. Ҙур байрам төҫөн алды ул. «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто тарафынан бүленгән приздар, спонсорҙарҙан бирелгән бүләктәр һаны 80-гә яҡынлашты. Ә төп приз – быҙауҙы беҙгә Илшат Саяпов етәкселегендәге «Башаҡ» йәмғиәте бирҙе.
Лотерея бәхет эше бит ул. Бына шул бәхетен һынап ҡарарға район мәҙәниәт һарайына алдан уҡ квитанцияларын тапшырған 500-гә яҡын кеше йыйылды.
Кухня, урын-ер кәрәк-яраҡтары, сәй сервиздары, сәйнүктәр, картиналар, көмөш алҡа-балдаҡтарға сертификаттар – ниндәй генә бүләк отманы гәзиткә яҙылыусылар.
Ә супер-призды Ҡоҙаш ауылынан Фәүзи Бәшәров отто! Афарин! Киләсәктә лә бергә булайыҡ! Яңы йылда ла күңелле миҙгелдәр күп булһын!
Читайте нас: