Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 22:03

«Еңеү салюты» фестивалендә ағиҙелдәр сығышын тамашасылар аяғүрә алҡышланы

31 ғинуарҙа Яңауыл ҡалаһында үткән «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестивалендә Нефтекама ҡалаһы, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Краснокама райондары менән бер рәттән Ағиҙел ҡалаһы ла ҡатнашты.

Концерт программаһында «Иҙел» мәҙәниәт йортонда эшләп килгән барлыҡ ансамблдәр һәм солистар ҡатнашты. Программа һуғыш тематикаһына арналған булһа ла, сюжет мөхәббәткә – Ватанға, туған халыҡҡа, иң яҡын кешеләргә ҡарата булған иң изге тойғоға - бағышланғайны. Фойела ойошторолған күргәҙмәне ҡала китапханаһы һәм музей эшмәкәрҙәре әҙерләне. Ҡала китапханаһы әҙерләгән «Хәтер һәм дан йылы» тип аталған ике метрлыҡ 3D-китап ҡунаҡтарҙың фотоға төшөү зонаһына әүерелде.
Тамашасы үҙешсән артистарҙың сығышын йылы ҡаршы алды, хатта баҫып алҡышланы. Фестивалдә үткән концерт программаһын Ағиҙел халҡы 9 май байрамында ҡарай аласаҡ.
Читайте нас: