Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 14:10

Салауат Фәтхетдиновты дуҫы алдаған

Матбуғат сараларында, халыҡ араһында яратҡан йырсыбыҙ Салауат Фәтхетдиновтың яҡын дуҫына кредит алғанда поручитель булғаны, ә уныһының банкка бурысын ҡайтармағаны хаҡында имеш-мимеш йөрөй. Был, ысынлап та, шулай булған икән.

“Ул кешене хәҙер телгә алғы ла килмәй, - ти был хаҡта йырсы. - Ни өсөн? Сөнки үҙеңдән аҡылһыҙ кешегә аҡыл биреп ултырған кешенән дә аҡылһыҙ кеше юҡ. Әйткәндәй, был афоризмды үҙем уйлап таптым. Һуңғы арала уларҙы яҙыу менән мауығам. Китап сығарыу теләге лә бар. Дуҫ тигән һүҙҙе концерт программаһына ла индерҙем. Уны бөтә кешегә лә әйтеп булмай, ҡәҙерле һүҙ ул. Эйе, яҡшылар була, әммә ысын дуҫ берәү, икәү, өсәү, унан ла артығы түгел. Мине бер ваҡытта ла һатмай торған ике дуҫым бар. Улар бер серемде лә бүтән кешегә һөйләмәйәсәк. Уларға тулыһынса ышанам”.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Венер Исхаҡов
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Salauat-F-thetdinovti-du-i-alda-an-106004/
Читайте нас: