Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель 2020, 13:40

Баҫыуҙарҙа эш ҡуҙғалды

Уны, ғәҙәттәгесә, «Агро-Танып» уңғандары башлап ебәрҙе. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа ҡар ҡатламы ҡалын әле, ә ҡалҡыуыраҡ урындар күҙгә күренеп әрселә. Тимәк, аграрийҙарға ашығырға кәрәк.

Быны таныпnар яҡшы аңлай. 278 гектарҙа ужым культураларын туҡландырырға кәрәк булһа, улар инде 200 гектарында эште башҡарған да. 150 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәргә лә ашлама индерелгән. Был агросараны «Рубин» үҙйөрөшлө техникала Алексей Шәйсолтанов һәм Т-150 тракторында Роман Ғимранов башҡара. Шул уҡ ваҡытта амбар машинистары Арсений Байдиев, Дмитрий Алетдинов тарафынан орлоҡ ағыулауға ла әҙерлек бара. Уны башларға әлегә һауа торошо мөмкинлек бирмәй. Температура төнөн дә плюс булырға тейеш.
Баш агроном Денис Марҙанов билдәләүенсә, орлоҡ тулыһынса етә. Уның юғары сифатлыһын һатып алғандар.
Әлегә ындыр табағында һәм машина-трактор паркында яҙғы сәсеү осорона һуңғы әҙерлек эштәре бара.
Читайте нас: