Ҡурай
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Апрель 2020, 13:45

Башҡортса диктант яҙырға әҙерһеңме?

25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2020» тәүге тапҡыр онлайн тәртиптә үткәрелә.Әйткәндәй, был форматта диктант яҙыуҙың үҙ тәжрибәһе бар, сөнки ошоға тиклем республиканың күп кенә ҡала һәм райондары онлайн режимда диктант яҙыу майҙансығы итеп һайланды.

Үҙебеҙсә, саф башҡортса диктант яҙырға теләүселәр был юлы ла акцияның сайтында алдан теркәлеү үтергә тейеш.
25 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телеканалында, «Бәйләнештә», Instagram социаль селтәрҙәрендә, YouTube видеохостингында тура трансляция башлана:
сәғәт 11-ҙән 12-се 25 минутҡа тиклем – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн;
12-се 30 минуттан 12 тула 5 минутҡа тиклем — башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн;
сәғәт 12-нән 1-се 20 минутҡа ҡәҙәр – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн диктант уҡыласаҡ. Быйыл текстарҙы Заһир Зәйнетдинов, Флүрә Мурзина һәм Марсель Сәлимов уҡый.
Донъялағы киҫкен хәлгә бәйле, быйыл диктант яҙыу акцияһына ҡушылырға теләк белдереүсе уны өйҙә үҙаллы яҙа ала. Тик диктант тамамланғас та, яҙған ҡағыҙын фотоға төшөрөп, акцияның сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә тейеш. Диктант яҙыусыларға һәр ваҡыттағыса электрон сертификаттар ебәрелә.
Илдә ниндәй генә хәлдәр булһа ла, үҙ телебеҙҙә, саф башҡортса диктан яҙыу акцияһында барыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашыр тигән ышаныста ҡала уны ойошторусылар ҙа. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Автор фотоһы.
Автор: Карима Усманова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: