Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 13:15

“Шайморатовсылар” тураһында мәғлүмәттәр менән танышығыҙ

Мәғлүм булыуынса, былтыр августа “Шайморатовсылар” тигән халыҡ проекты тормошҡа ашырыла башлағайны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһындағы мәғлүмәттәр базаһын әҙерләне. Унда дивизия яугирҙәренең төп биографик мәғлүмәттәре индерелгән.
Мәғлүм булыуынса, былтыр августа “Шайморатовсылар” тигән халыҡ проекты тормошҡа ашырыла башлағайны. Уға ярашлы, библиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү йәһәтенән ҙур архив эше башҡарылды. Ул бер нисә йүнәлештә барҙы: халыҡтан, хәрби комиссариаттарҙан, архивтан белешмәләр алынды. Ойоштороусылар һуғыштағы яугирҙәрҙең шәхси мәғлүмәттәре сағылған меңдәрсә документты тикшерҙе, 500-ҙән ашыу фотодокументты сканерланы, Бөйөк Ватан һуғышы вариҫтарынан алынған йөҙләгән анкетаны өйрәнде. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән исемлекте тәҡдим итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Милли архивтың бүлек начальнигы Азат Ярмуллин һәм аппарат белгесе Эльдар Яхин Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһындағы Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивында эшләне.
Әле йәмәғәтселек иғтибарына ошо мәғлүмәттәр базаһындағы тәүге йөҙ шәхестең исеме сығарыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләгән дөйөм исемлеккә бөгөн 3815 кеше ингән. Мәғлүмәттәр базаһын тулыландырыу дауам итә.
Йыйылған материалдар буйынса “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” тигән библиографик белешмә нәшерләү күҙаллана.
Фото: "Башинформ".
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: