Ҡурай
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Сентябрь 2020, 12:30

Ҡышҡылыҡҡа борщ

Уның өсөн өс килограмм сөгөлдөр, бер килограмм кишер, бер килограмм һуған, бер килограмм татлы борос, бер килограмм помидор, бер стакан шәкәр, өс аш ҡалғы тоҙ, бер стакан үҫемлек майы, ярты стакан 9% процентлы һеркә кәрәк.

Башта йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартабыҙ. Шунан һауытҡа ҡатлап һалабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк, сөгөлдөрҙө, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәреп, боросто нәҙек итеп һалам формаһында, помидорҙы түңәрәк итеп ҡырҡып тоҙ, шәкәр, май, һеркә һалып һәйбәтләп болғатабыҙ.
Артабан талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Һуты сыҡҡас утты асып 25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Шунан банкаларҙы стирелләп банкаларға тултырабыҙ.
Ярты литрлы банкалар менән 12 банка сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Moscow-oblast.sm-news.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: