Ҡурай
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2020, 23:40

Ғаиләлә берҙән-бер бала булған...

12 ноябрҙә Яңауыл районында ҡот осҡос авария теркәлгәне, унда бер егеттең фажиғәле һәләк булғаны хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.

Асыҡланыуынса, Нефтекама - Яңауыл юлының 27-се киломерында, боролошта, төнөн "ВАЗ-2114" менән "КамАЗ" бәрелешкән. Еңел автомобиль руле артында егет кеше булһа, йөк транспортына Нефтекаманан 45 йәшлек ир идара иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик көслө бәрелеш сәбәпле йәш водитель урында уҡ йән биргән.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, аяныслы фажиғәгә тарыған егеттең кем икәнлеге асыҡланған.
Был көн Илназ Х. ҡайҙа ҡабаланғандыр, әммә ул шәхси автомобилендә ҙур тиҙлектә елгән, аварияның видеояҙмаһынан күренеүенсә, ҡаршы һыҙатҡа сығып, "КамАЗ"ға бәрелгән.
Илназды 14 ноябрҙә ерләгәндәр. Уны оҙатырға бик күп дуҫтары, туғандары килгән. Егеттең ғаиләлә берҙән-бер бала булғаны мәғлүм.
Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торған, һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, ярҙамсыл, алсаҡ, типһә тимер өҙөрҙәй егеттең шундай аяныслы һәләк булғанына яҡындары һаман ышанмай.
Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыбыҙ, түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ail-l-ber-n-ber-bala-bul-an-549130/
Читайте нас: