Ҡабаҡ орлоғо сей көйөнә файҙалыраҡ. Йомшаҡ өлөшө үт һәм бәүел ҡыуҙырыу сифатына эйә. Йәшелсә организмдағы витаминдар, микроэлементтар һәм минералдар ҡытлығын тулыландыра. Уның сағыу төҫө күҙ күреү һәләтен нығытҡан бета-каротин – А витаминына бай булыуы хаҡында һөйләй. Ҡабаҡ – аҙыҡ эшкәртеү эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булышлыҡ иткән күҙәнәкле туҡыма сығанағы ла.
Белгестәр әйтеүенсә, уның организм өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. В төркөмө һәм Е, С, РР, Т витаминдары нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә, тынысландырыу, йоҡоно һәм хәтерҙе яҡшыртыу үҙенсәлегенә эйә. Арыу-талсығыуҙан, ҡуҙғыусанлыҡтан арынырға ярҙам итә. С витамины һытҡыларҙан ҡотолдора, тырнаҡ һәм сәстәрҙе нығыта, А һәм Е витаминдары иртә ҡартайыуҙы һәм йыйырсыҡтарҙы иҫкәртә, ә К витамины ҡан ойошоусанлығын яҡшырта. Каротинды электән үк тәбиғи антибиотик тип йөрөтәләр. Йәшелсә орлоҡтары эсәк паразиттарынан ҡотолорға ярҙамлаша, ә һуты һыуыҡ тейгәндә бик файҙалы.
Әммә үтә файҙалы йәшелсәнең дә кире сифаттары булыуы билдәле. Аллергия, шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә, ашҡаҙан ауырыуҙарынан яфаланғандарға ҡабаҡты йыш ашауҙың зыян килтереүе ихтимал.