Ҡала дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлеге мөдире Наталия Вәлиева әйтеүенсә, Нефтекама ҡалаһына 5 партия менән 1890 доза вакцина килтерелгән. Тәүгеләре хәүеф төркөмөндә булған медицина хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә тәғәйенләнгән. Бер партия маҡсатлы ине, ул психоневрология интернаты хеҙмәткәрҙәренә һәм унда социаль хеҙмәттәр алыусыларға булды. Тағы ла береһе халыҡты вакцинациялау өсөн ҡала дауаханаларына таратылған. Дөйөм алғанда, 1-се поликлиникаға 250 доза вакцина килтерелгән.