Ҡала мәҙәниәт үҙәгенең “Беҙ” халыҡ театры һәм “Театр оҫтаханаһы” берекмәһенең берҙәм проекты 2021 йылғы Президент гранттары конкурсында еңеү яуланы.
Проект Нефтекама ҡалаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла һәм 18 йәште уҙған сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе театр ижадына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
— Был проектҡа ярашлы, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр аралашыу өсөн йылы һәм татыу коллектив табасаҡ, үҙҙәрен ижадта һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Үҙ-ара аралашып, сәхнәлә уйнап, улар ыңғай тәьҫораттар аласаҡ, — тине проект етәксеһе һәм “Беҙ” халыҡ театры режиссеры Ильмира Алетдинова.
Әйткәндәй, театрҙың “Донъяға йылмай”студияһы проекты сиктәрендә ҡуясаҡ тәүге спектаклде ағымдағы йылдың апрель айына планлаштырылған.