Ҡурай
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 14:55

Көрәш оҫталығын күрһәттеләр

“Башҡортостан Республикаһы традицион тхэквондо федерацияһы”ның Нефтекама командаһы йәнә лә еңеү яуланы — Бөтә Рәсәй турнирынан спортсылар 25 миҙал менән ҡайтты.

“Башҡортостан Республикаһы традицион тхэквондо федерацияһы”ның Нефтекама командаһы йәнә лә еңеү яуланы — Бөтә Рәсәй турнирынан спортсылар 25 миҙал менән ҡайтты.
Тхэквондо буйынса “Асыш” Бөтә Рәсәй турниры Пермь ҡалаһында үтте һәм Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия республикалары, Пермь, Ставрополь крайҙары, Омск, Свердловск өлкәләренән 600-гә яҡын спортсыны йыйҙы. Республикабыҙ данын Нефтекаманан 13 спортсы яҡланы. Ауыр һәм көсөргәнешле көрәштә беҙҙең спортсылар “Башҡортостан Республикаһы традицион тхэквондо федерацияһы” иҫәбен 25: 10 — алтын, 9 — көмөш һәм 6 бронза миҙал менән тулыландырҙы. Шулай итеп, ят майҙансыҡта яҡташтарыбыҙ көрәш оҫталығын ышаныслы күрһәтте.
Спортсылар ағымдағы йылдың 20-21 мартында Нефтекама ҡалаһында үтәсәк традицион тхэквондо буйынса “Урал батыр” төбәк-ара турнирында ҡунаҡтар ҡабул итеүгә әҙерләнә.
Читайте нас: