Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2021, 13:10

Йылға йомғаҡ яһалды һәм яңы пландар билдәләнде

Нефтекамала “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” ҡала ойошмаһының отчет-һайлау кәңәшмәһе үтте.

Нефтекамала “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” ҡала ойошмаһының отчет-һайлау кәңәшмәһе үтте.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Олег Ротов һәм уның урынбаҫары Илдар Ғабдуллин, район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Эльдар Вәлидов, Нефтекама ҡалаһы Йәмәғәт палатаһының социаль-иҡтисади үҫеш буйынса комиссия рәйесе Гөлназ Камалова бар ине. “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” Нефтекама ҡала ойошмаһының яңы рәйесе итеп Елена Сәләхова һайланды.
Беренсе осрашыуҙы ойошма вәкилдәре рәсми булмаған рәүештә үткәреп, инвалид балаларҙың ялына, медицина ярҙамы алыуына, белемгә, шулай уҡ уңайлы мөхиткә ҡағылышлы мөһим һорауҙарҙы хәл итте һәм ағымдағы йылға пландар билдәләне.
Бындай саралар артабан да даими үтәсәк.
Читайте нас: