Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2021, 11:56

“Әсәләр көтәләр улдарын”

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Сәйлән” башҡорт фольклор студияһы (етәксеһе Зилә Аҙнабаева) “Әсәләр көтәләр улдарын” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Сәйлән” башҡорт фольклор студияһы (етәксеһе Зилә Аҙнабаева) “Әсәләр көтәләр улдарын” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте.
Ниндәй бөйөклөккә һәм көскә эйә булып та, Ер-әсәнең ир-уҙамандарҙың һаҡлауына һәм яҡлауына мохтаж булыуы сарала һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Улын һуғышта юғалтҡан әсә тураһындағы эссены Лилиә Ғибәҙуллина күҙ йәштәре аша һөйләһә, ҡыҙҙарҙың егеттәрен һуғышҡа оҙатыуы тураһындағы бейеү “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамбле тарафынан тәҡдим ителде. Һуғыш һалдаттарҙы ғына түгел, тылдағыларҙы ла аслыҡ менән һынай. Регина Әғәҙуллина “Ҡара икмәк” шиғырын һөйләне. Филармония солисы Раян Алтыншин һәм башҡа сығыш яһаусыларҙың да сығышын тамашасы алҡыштарға күмде.
Был сара Туған тел көнө сиктәрендә башҡортса үткәнлектән, башҡорт телен өйрәнеүсе Нефтекама машина төҙөү колледжы студенттары сарала тамашасы булараҡ ҡатнашты.
Читайте нас: