Митингта хоҡуҡ һаҡсыларына буйһынмаусыларға 2 меңдән 4 мең һумға ҡәҙәр штраф янай. Был - беренсе тапҡыр. Әгәр ҙә инде кеше икенсегә митингта тәртип боҙоп йөрөһә, уға 10-20 мең һум аксаһын түләргә тура киләсәк. Айырым осораҡтарҙа 15 тәүлеккә рәшәткә артына эләгергә лә мөмкин.
Митинг үткәреү өсөн мөлкәтен биреп тороусы йәки сараны иғәнәләүсе гражданға 10-15 мең һум штраф яҙыласаҡ, ә менә юридик берәмектәргә ошондай уҡ ғәмәл өсөн - 50-100 мең һум, етәксе вазифалар биләүселәргә 15-30 мең һум штраф киләсәк.
Фото: tengrinews.kz