Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡала дауаханаһының профком рәйесе Ирина Батаева пневмонияның ауыр формаһы менән ауырып, ковид-госпиталдә дауаланыу үткән медицина хеҙмәткәрҙәренә һауыҡтырыу сертификаттары тапшырҙы.
Пандемия ваҡытында табиптарға йөкләнеш һиҙелерлек артты. Кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәшеүсе медицина хеҙмәткәрҙәре, пациенттарҙан йоғоп, үҙҙәре лә был сир менән ауырыны. Шуға бәйле, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы тәҡдиме менән хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә COVID-19 йоҡторған хеҙмәткәрҙәрҙе һауыҡтырыу өсөн 2020 йылда республика программаһы әҙерләнде. Уға ярашлы, профсоюз ағзаларына һауыҡтырыу һәм реабилитациялау өсөн матди ярҙам күрһәтелде.