Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март 2021, 12:28

Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылы “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы сиктәрендә презентация яҡланы

Жюри һәм Президиум, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары алдында Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Белорет, Кушнаренко райондары делегациялары сығыш яһаны. Ә беҙҙең районды Яңы Ҡабан ауылы тәҡдим итте.

Делегацияны Краснокама районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Лира Мостаева етәкләне. Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын составында министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре булған эксперт комиссияһы баһаланы. Проектты яҡлағанда конкурсанттар бәйгегә ярашлы үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында видеопрезентация тәҡдим итте һәм жюри ағзалары һорауҙарына яуап бирҙе.
Әйткәндәй, был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына үткәрелә. Быйыл “Айыҡ ауыл” исеменә 54 ауыл дәғүә итә.
Читайте нас: