Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март 2021, 13:45

Нефтекама халҡы 732 кешегә артҡан

Нефтекама ҡалаһында 2020 йылда миграция үҫеше 732 кешегә артҡан. Ҡала, был күрһәткес буйынса, республикала яҡшылар иҫәбендә.

Нефтекама ҡалаһында 2020 йылда миграция үҫеше 732 кешегә артҡан. Ҡала, был күрһәткес буйынса, республикала яҡшылар иҫәбендә.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостан халҡының миграция иҫәбе кәмеүе 3616 кеше тәшкил иткән. Ошо ваҡыт эсендә район һәм ҡалаларҙан 113900 кеше күсеп китһә, 110284 кеше килгән. Иң юғары күрһәткес Стәрлетамаҡта күҙәтелә: бында китеүселәр һаны килеүселәрҙекенән 1311 кешегә күберәк. Шулай уҡ биш антилидер иҫәбендә Сибай (-409 кеше), Дәүләкән (-399 кеше), Ҡалтасы (-372 кеше) һәм Әбйәлил (-358 кеше). Ә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа миграция үҫеше теркәлгән. Халыҡ күпләп Өфө районына (+2256 кеше), Өфө ҡалаһына (+883 кеше), Стәрлетамаҡ районына (+609 кеше), Нефтекамаға (+732 кеше) һәм Иглин районына (+467 кеше) күсенгән.
Читайте нас: