Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Март 2021, 12:05

“НЕФАЗ” электробустар етештереүҙе киңәйтеүгә 4 млрд һум аҡса йүнәлтәсәк

Нефтекама автозаводы автобустар етештереү буйынса модернизациялау үтә, һөҙөмтәлә, тәүлегенә дүрттән туғыҙ автобусҡа тиклем етештереп, был күрһәткесте арттырыуға ирешелде. Планда — автобустар етештереүҙең йыллыҡ күләмен өс меңгә тиклем еткереү. Был проектҡа дөйөм инвестициялар күләме 4 млрд һум тәшкил итәсәк.

Нефтекама автозаводы үткән йылда 200 электробус сығарһа, ағымдағы йылда уларҙы етештереүҙе ике тапҡырға арттырыу планлаштырыла.
Шулай уҡ Нефтекама автозаводы инновацион транспорттың артабанғы үҫешен күҙ уңында тотҡан программаны тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, был йүнәлеш сиктәрендә, туғыҙ метрлы электробус проектланған да инде, ә ун һигеҙ метрлыһы йыйылған һәм һынау үтә. КАМАЗ, үҙ сиратында, киләсәктә Европаны пассажирҙар транспорты менән тәьмин итеүҙе планлаштыра. Бының өсөн талап ителгән сертификацияны компания ағымдағы йылда үтергә иҫәпләй.
Читайте нас: